Difference between revisions 350148 and 494377 on bawiki

'''Cookie''' - [[Браузер]]ҙа һаҡланыу өсөн веб-серверҙан ҡулланыусы [[компьютер]]ына ебәрелгән ярҙамсы мәғлүмәт. Башҡортса '''«күкәй»''' тип тә әйтеүселәр бар.

«Күкәйҙәр» - мәғлүмәттәрҙең ҙур булмаған киҫәктәре. Ҡайһы бер [[сайт]]тарға ингәндә һеҙҙең компьютерҙа һаҡлана. Бындай сайтты ҡарағанда веб-сервер браузерға локаль дискта бер йәки бер нисә шундай киҫәк һаҡларға тәҡдим итә. Артабан, бындай сайтҡа ингәндә, сервер браузерҙан был сайтҡа ҡараған "cookies" һораясаҡ. "Cookies" веб-серверға, айырым биттәр һораған арала йәки [[эш]] сеанстары араһында һеҙгә ҡараған билдәле бер [[мәғлүмәт]]те һаҡларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, "cookies" онлайн кибетенең веб-серверы тарафынан, кибет менән эш сеансы барышында һатып алынған әйберҙәр һалынған [[кәрзин]]дең эстәлеге тураһында мәғлүмәт һаҡларға мөмкинлек бирә.

{{|ro}}

[[Категория:Интернет]]

{{Link FA|ro}}