Difference between revisions 417985 and 418094 on bawiki

{{Таксон
| name = Ваҡ күстерә
| image file = Bromus ramosus IP0706072.JPG
| image title = 
| image descr = 
| regnum = Үҫемлектәр
| parent = Bromus
| rang = Төр
| latin = Bromus ramosus
| author = [[Huds.]]
| syn =
| children name = <!-- Подвиды и разновидности-->
| children = 
| typus =
| range map =
| range map caption =
| range map width =
| range legend =
| iucnstatus =
| wikispecies = Bromus ramosus
| commons = Category:Bromus ramosus
| iucn =
| itis =501076
| ncbi =254149
| eol = 1115305
| grin =7856
| ipni = 394052
| tpl =  ild-8620
}}

'''Ваҡ күстерә, костёр''' ({{lang-lat|Bromopsis}}) —   башаҡлылар [[ғаилә (биология)|ғаиләһенә]] ҡараған, ваҡ ҡына ялпаҡ башаҡлы, ҡыяҡ япраҡлы үлән,бесән өсөн сәселә<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>;ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда ҡылсыҡһыҙ, Бенекен, яр күстерәһе төрҙәре үҫә. Күп йыллыҡ үлән. 

== Ботаник яҙма ==
Һабағы төҙ, бейеклеге 50—150 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Сәскәлеге — йәйенке һепертке. Июнь—июль айҙарында сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль аҙағында — август башында өлгөрә. Ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә — болонда, урман аҡланында, болонло далала, Бенекен япраҡлы һәм ҡатнаш урманда үҫә, [[Башҡортостан]]дың бөтә биләмәләрендә таралған; яр ваҡ күстерәһе Өфө районының ҡоро болононда, ташлы битләүендә үҫә.

== Мал аҙығы үҫемлеге ==  
Республикабыҙҙа ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә үҫтерелә. Уның болон (төньяҡ) һәм баҫыу (көньяҡ) экотиптарын айырып йөрөтәләр. 1000 орлоғоноң ауырлығы — 3,5 г. Болон ваҡ күстерәһе — дым яратыусы, һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек, ауыр балсыҡлы һәм тоҙло тупраҡ уны үҫтереү өсөн яраҡһыҙ. Яҙғы ташҡын осоронда 50 көндән артыҡ һыу аҫтында тора ала, ер аҫты һыуҙарының яҡын ятыуын үҙһенмәй. Баҫыу ваҡ күстерәһе ҡоролоҡҡа бирешмәй, һыу баҫыуға 30 көндән артыҡ сыҙамай. Ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә яҙ көнө, бигерәк тә сабып алғас һәм мал тапағандан һуң, иртә үҫеүе менән айырылып тора. 

== Төп элгәрҙәре ==
Йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡлы һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙҙа сәсәләр. Сәсеү нормаһы: рәт ысулы менән сәскәндә 16—18 кг/га, рәт араһы киң булғанда 10—12 кг/га, орлоҡтарҙың сәсеү тәрәнлеге 1,5—2,0 см. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 180, бесән — 60, орлоҡ — 5,0; 100 кг бесәндә 57,2 мал аҙығы берәмеге һәм 5,9 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, 100 кг йәшел массала ярашлы рәүештә 29,3 һәм 3,0 (Өфө районының “Чапаевский” совхозы, 1990). Ваҡ күстерә сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырғанда киптерелгән һаҙлыҡтарҙа һәм ел, һыу эрозияларына дусар булған ерҙәрҙә сәсеү өсөн үлән ҡатнашмаларында ҡулланыла. Ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә сорттарын булдырыу һәм агротехникаһын эшләү буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 30‑сы йылдарынан башлап Ауыл хужалығы институтында алып барыла (Р.З.Ғәлимуллин, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, В.А.Михеев, Н.В.Руднев һ.б.). В.к. барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары сығарған Башкирский местный, Чишминский 3, Юбилейный, Ялан сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

== Әҙәбиәт ==
* Ларин И.В. Луговодство и пастбищное хозяйство. М., 1956; Губайдуллин Х.Г. Пути увеличения белковых кормов. Уфа, 1991.

== Иҫкәрмәләр ==
<references/>