Revision 124694 of "Рамаҙан Өмөтбәев" on bawiki

Рамаҙан Өмөтбәев
(1924—1997)
==Автобиографияһы  ==

Мин 1924 йылдың 7 апрелендә [[Башҡортостан]]дың [[Әбйәлил районы]] Әлмөхәмәт ауылында ярпы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Атайым Өмөтбаев Ғимран Троицкиҙағы атаҡлы Зәйнулла ишандың [["Рәсүлиә"]] мәҙрәсәһендә белем алған. Уны тамамлағандан һуң, Орскиҙағы Магази хәҙрәттең ысул-йәҙит мәҙрәсәһенә күскән. Уның [[Ҡаҙағстан]]дың Турғай далаларында бәләләр уҡытып йөрөүе лә шул йылдарға тура килә.
Атайымдың белемгә, яңылыҡҡа ынтылышы миңә лә күскәндер тип уйлайым. Ләкин етешмәгән тормош мине бик иртә эшкә егелергә мәжбүр итте. 1930 йылда атай-әсәй ауылда ойошторолған Будённый исемендәге колхозға ингәндәр ине. Мин дә ун өс йәшкә сыҡҡанда Әлмөхәмәт МТС-ы контораһына эш ҡағыҙҙарын күсереп яҙыусы булып эшкә төштөм. Ошо уҡ йылдарҙа колхозда йылҡы көтөүсеһе булып эшләнем.
Йылдар үтә торҙо. Мин дә үҫтем, егет булдым. 1941 йылда Баймаҡ баҡыр иретеү заводында торф ҡырҡыусы булып эшләнем. Шул йылдың көҙөңдә урта мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән тамамланым һәм Магнитогорск тау-металлургия институтына имтиханһыҙ ҡабул ителдем. Ләкин һуғыш сығып китеү аркаһында, 1941 йылдың аҙағында, Кыҙыл Армия сафына саҡырылдым. Бөйөк Ватан һуғышының ҡанлы 1942 йылының мартында ВКП(б) сафына кабул ителдем.
Кара сәсте ағартырҙай һуғыштан ҡайтҡас, тағы ла Баймаҡ районына эшкә килдем. 1946—1947 йылдарҙа Сибай руднигында комскомитет секретары булып эшләп йөрөгән сакта ВКП(6)-ның Баймаҡ райкомына эшкә күстем. Бында инструкторҙан беренсе секретарға тикпем хеҙмәт юлы үттем.
1960 йылда иһә КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетына эшкә үрләтелдем. 1967 йылдың баштарында Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитетының Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлап, иктисад фәндәре кандидаты дәрәжәһен яулағандан һуң, Башкортостан Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары итеп эшкә ҡайтарылдым. Был вазифаны туғыҙ йылға яҡын башҡарҙым, һуңғы эшләгән урыным — республиканың Дәүләт кинофикация комитеты рәйесе. Күп кенә ор^ ден-миҙалдар, шул иҫәптән Лениң ордены, СССР Халыҡ хужалығы күргәҙмәһенең алтын, көмөш, бронза миҙалдары менән бүләкландем. Рәсәй мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре исемдәренә лайыҡ булдым.
==Ижадым хаҡында бер нисә һүҙ==
Эшләү осоронда сәйәси-иҡтисадка арналған биш китап сығарҙым. Тәүге ижад емешем булып 1984 йылда "Ағиҙел" журналында баҫылған "Сиҙәм яҙы" тигән документаль повесым торалыр. Бынан тыш ошо йылдарҙа егермегә якын хикәйә, новеллалар яҙҙым, улар төрлө гәзит-журналдарҙа донъя күрҙе, ләкин бер өлөшө генә "Һылыубикә әбей" тигән китапта нәшер ителде. 1993 йылда "Ысыҡтан эйелә ҡылған", 1995 йылда урыҫ телендә "Баймак баҡыр иретеү заводы тарих киҫелештәрендә" исемле китаптар сығарҙым. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә "Генерал  Кусимов"  исемле документаль әҫәр
ЯҘҘЫМ.



[[Категория: Башҡорт яҙыусылары]]