Revision 350148 of "Cookie" on bawiki'''Cookie''' - [[Браузер]]ҙа һаҡланыу өсөн веб-серверҙан ҡулланыусы [[компьютер]]ына ебәрелгән ярҙамсы мәғлүмәт. Башҡортса '''«күкәй»''' тип тә әйтеүселәр бар.
«Күкәйҙәр» - мәғлүмәттәрҙең ҙур булмаған киҫәктәре. Ҡайһы бер [[сайт]]тарға ингәндә һеҙҙең компьютерҙа һаҡлана. Бындай сайтты ҡарағанда веб-сервер браузерға локаль дискта бер йәки бер нисә шундай киҫәк һаҡларға тәҡдим итә. Артабан, бындай сайтҡа ингәндә, сервер браузерҙан был сайтҡа ҡараған "cookies" һораясаҡ. "Cookies" веб-серверға, айырым биттәр һораған арала йәки [[эш]] сеанстары араһында һеҙгә ҡараған билдәле бер [[мәғлүмәт]]те һаҡларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, "cookies" онлайн кибетенең веб-серверы тарафынан, кибет менән эш сеансы барышында һатып алынған әйберҙәр һалынған [[кәрзин]]дең эстәлеге тураһында мәғлүмәт һаҡларға мөмкинлек бирә.
[[Категория:Интернет]]
{{Link FA|ro}}All content in the above text box is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike license Version 4 and was originally sourced from https://ba.wikipedia.org/w/index.php?oldid=350148.
![]() ![]() This site is not affiliated with or endorsed in any way by the Wikimedia Foundation or any of its affiliates. In fact, we fucking despise them.
|