Difference between revisions 125040 and 125041 on bawiki[[Рәсем:Ф5.TIF|thumb|200px]] Мин, Әғләм Ағҙам улы Янбаев, аймағыбыҙ тарихы тураһында китабымдан өҙөктәр биреп китәм. Шәжәрәне тулыландырыусылар, аныҡлаусылар, дауам итеүселәр булыр тип өмөтләнәм. == Беҙ — Ҡаҙаҡтар == <br /> Ата-бабаларыбыҙ борондан Яйыҡ йылғаһы буйында, Учалы районының Наурыҙ ауылында көн иткән. Беҙҙең нәҫелде Ҡаҙаҡтар тип йөрткәндәр, әле лә шулай атайҙар. Наурыҙда “Ҡаҙаҡ кисеүе” топонимы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлана ( ҡалған ике һыу үтеү урыны - Өс кисеү һәм Һәнәктәр кисеүе). (contracted; show full) Быларҙың барыһын да миңә инәйем еткерҙе. Әҙәйем һөйләгәнде хәтерләмәйем. Бәлки, баланың башын ҡатырмайым, тип уйлағандыр, ә бәлки, пионер-комсомол булғас, хөрәфәт тип, үҙем иғтибарға алмағанмындыр. == Ә ЗӘЙЕМ ЯҒЫНАН НӘҪЕЛ ЕБЕсәйем яғынан нәҫел ебе== Әзәйемдең атаһы Туҡтамышты халыҡ Туҡай тип атай. Бер туғандары (мин белгәндәре) – Йәнтүрә, Ғайса, Насир. Туҡтамыш ҡыҙын ныҡ яратҡандыр инде – Мәҫкәүҙән Наурыҙға көн аша йәйәүләп килер булған. Бер сирек (3 литр) ҡымыҙ тоттора ла, ҡыҙының иҫән-һау икәнлегенә инанып, сәй ҙә эсмәйенсә кире ҡайтыр булған. Көн аша тегеләйгә-былайға 18 километр йәйәү үтеүе анһат булмағандыр инде! Туҡтамыштың олатаһы Абдрахман тураһында әзәйем күп һөйләр ине. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йәйләүҙә ятҡандар. Ауылдағы ҡышлаҡтары бе(contracted; show full)ҙҙән ҡамсы менән һуғып күндереп ҡарай. Насир иһә таш булып ҡата ла, ыҡҡа килмәй. Өс көн үткәс кенә, “...атай, ниңә миңә һуҡтың!”-тип илап ебәргән,ти. Был сәбәпле үҙемдең кесе улым Ильфаттың бал сағы иҫкә төшә. Апаһы йә ағаһы үҙенә ҡағылып китһәләр, “Һуҡтыңмы, яраттыңмы?”-тип һорау тотор ине. Һуҡтым, тиһәләр, бармаҡ осо менән саҡ ҡына тейгән булһалар ҙа, илап ебәрә. Ә яраттым тиһәләр (шаҡылдатҡансы тондорған булһалар ҙа), ҡәнәғәт рәүештә артабан үҙ эштәре менән була. Нисә быуын үтһә лә, ҡан тартыуылыр инде! ⏎ ⏎ ==Атайым== Атайым Ағҙам Яңыбай улы 1938 йылда, 32 йәшендә донъя ҡуйҙы. Ҡустыһы, Сәлимйән ағайым 25-26 йәшендә үлә. Минең үҙемде олатайым исеме буйынсаЯнбаев тип теркәгәндәр. Атайымдың фамилияһы Сынбай олатай исеме буйынса Сынбаев булғандыр тигән фекерҙәмен. Сөнки инәйемдең “кооперативная книжка”һына фәҡәт Сынбаева Фатима, тип яҙылғайны. (contracted; show full) Бар донъяны онотоп, бөтә куңелең менән бирелеп уйнаған мәл бер ваҡыт ҡына була икән шул. Хәҙер бына миңә лә ябай билмән сей «пемикан”дан тәмлерәк, йылы ҡала фатиры вигвамдан уңайлыраҡ булып куренә, һунарға сығырға ла ирендерә... 25-30 йыл элек шул хәбәрҙе әйтһәләр, валлаһи, ышанмаҫ инем!” Илфат ЯНБАЕВ. All content in the above text box is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike license Version 4 and was originally sourced from https://ba.wikipedia.org/w/index.php?diff=prev&oldid=125041.
![]() ![]() This site is not affiliated with or endorsed in any way by the Wikimedia Foundation or any of its affiliates. In fact, we fucking despise them.
|