Difference between revisions 125041 and 125042 on bawiki

[[Рәсем:Ф5.TIF|thumb|200px]]
Мин, Әғләм Ағҙам улы Янбаев, аймағыбыҙ тарихы тураһында китабымдан өҙөктәр биреп китәм. Шәжәрәне тулыландырыусылар, аныҡлаусылар, дауам итеүселәр булыр тип өмөтләнәм. 

== Беҙ — Ҡаҙаҡтар ==

 
<br />
Ата-бабаларыбыҙ борондан Яйыҡ йылғаһы буйында, Учалы районының Наурыҙ ауылында көн иткән. Беҙҙең нәҫелде Ҡаҙаҡтар тип йөрткәндәр, әле лә шулай атайҙар. Наурыҙда “Ҡаҙаҡ кисеүе” топонимы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлана ( ҡалған ике һыу үтеү урыны - Өс кисеү һәм Һәнәктәр кисеүе).
(contracted; show full)
==Төп йортобоҙ==
Кемебеҙ ҡайҙа ғына йәшәмәһен, төп йортобоҙ булып һәр саҡ Наурыҙ ҡаласаҡ. Ауыл тарихы буйынса ауылдашым һәм дуҫымдың ҡустыһы Әнүәр Ғибәҙәтов бик матур очерк яҙғайны, уны ҡыҫҡартылған рәүештә был китаптың ҡушымталарында биреүҙе кәрәкле тип таптым.
Бында иһә ауылдың бөгөнгө көнө тураһында бер-аҙ белешмә бирәйек.


  Үҙәге Наурыҙ булған ауыл Советы биләмәләренә тағы ла 4 ултыраҡ ҡарай – Ғәҙелшә, Мишкино, Мәҫкәү, Йәһүҙә. Ошо 5 ауылда 2011 йылдың башына һәммәһе 342 йорт хужалығы, 1185 кеше иҫәпләнде. Совет власы дәүерендәге һымаҡ ҙур производство-предприятиелар ҡалманы. Шөкөр,  ауылыбыҙҙа урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана һәм фельдшер-акушер пункты эшләп килә.
Ауыл Советы башлығы – Закир Ғадинан улы Ғарипов. Ул 1 йыл элек был вазифаға килгәне бире ауылға йән керә башланы, тигән хәбәрҙәр ишетелеп ҡалһа, ихлас күңелдән шатланам. Ауылыбыҙ мәңге йәшәһен ине!  


==Ҡаҙаҡ аймағы урамы==
20-се быуат урталарында Ҡаҙаҡтар аймағы урамында халыҡ бутала башлағайны инде. Был урамда ул дәүерҙәрҙә йәшәгән ауылдаштарҙың йәшәү урындары, йәғни,  өйҙәре урынлашыу тәртибе:

(contracted; show full)
Бар донъяны онотоп, бөтә куңелең менән бирелеп уйнаған мәл бер ваҡыт ҡына була икән шул. Хәҙер бына миңә лә ябай билмән сей «пемикан”дан тәмлерәк, йылы ҡала фатиры вигвамдан уңайлыраҡ булып куренә, һунарға сығырға ла ирендерә... 25-30 йыл элек шул хәбәрҙе әйтһәләр, валлаһи, ышанмаҫ инем!”
Илфат ЯНБАЕВ.