Difference between revisions 417985 and 418094 on bawiki{{Таксон | name = Ваҡ күстерә | image file = Bromus ramosus IP0706072.JPG | image title = | image descr = | regnum = Үҫемлектәр | parent = Bromus | rang = Төр | latin = Bromus ramosus | author = [[Huds.]] | syn = | children name = <!-- Подвиды и разновидности--> | children = | typus = | range map = | range map caption = | range map width = | range legend = | iucnstatus = | wikispecies = Bromus ramosus | commons = Category:Bromus ramosus | iucn = | itis =501076 | ncbi =254149 | eol = 1115305 | grin =7856 | ipni = 394052 | tpl = ild-8620 }} '''Ваҡ күстерә, костёр''' ({{lang-lat|Bromopsis}}) — башаҡлылар [[ғаилә (биология)|ғаиләһенә]] ҡараған, ваҡ ҡына ялпаҡ башаҡлы, ҡыяҡ япраҡлы үлән,бесән өсөн сәселә<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>;ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда ҡылсыҡһыҙ, Бенекен, яр күстерәһе төрҙәре үҫә. Күп йыллыҡ үлән. == Ботаник яҙма == Һабағы төҙ, бейеклеге 50—150 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Сәскәлеге — йәйенке һепертке. Июнь—июль айҙарында сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль аҙағында — август башында өлгөрә. Ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә — болонда, урман аҡланында, болонло далала, Бенекен япраҡлы һәм ҡатнаш урманда үҫә, [[Башҡортостан]]дың бөтә биләмәләрендә таралған; яр ваҡ күстерәһе Өфө районының ҡоро болононда, ташлы битләүендә үҫә. == Мал аҙығы үҫемлеге == Республикабыҙҙа ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә үҫтерелә. Уның болон (төньяҡ) һәм баҫыу (көньяҡ) экотиптарын айырып йөрөтәләр. 1000 орлоғоноң ауырлығы — 3,5 г. Болон ваҡ күстерәһе — дым яратыусы, һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек, ауыр балсыҡлы һәм тоҙло тупраҡ уны үҫтереү өсөн яраҡһыҙ. Яҙғы ташҡын осоронда 50 көндән артыҡ һыу аҫтында тора ала, ер аҫты һыуҙарының яҡын ятыуын үҙһенмәй. Баҫыу ваҡ күстерәһе ҡоролоҡҡа бирешмәй, һыу баҫыуға 30 көндән артыҡ сыҙамай. Ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә яҙ көнө, бигерәк тә сабып алғас һәм мал тапа(contracted; show full) == Әҙәбиәт == * Ларин И.В. Луговодство и пастбищное хозяйство. М., 1956; Губайдуллин Х.Г. Пути увеличения белковых кормов. Уфа, 1991. == Иҫкәрмәләр == <references/> All content in the above text box is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike license Version 4 and was originally sourced from https://ba.wikipedia.org/w/index.php?diff=prev&oldid=418094.
![]() ![]() This site is not affiliated with or endorsed in any way by the Wikimedia Foundation or any of its affiliates. In fact, we fucking despise them.
|